11:43 (UTC+5), 12 Августа 2010

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостан 3 миллиард 88 миллион һум алды

Ғәлиә Нәбиева
Федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә 3 миллиард 88 миллион һум кредит ресурстары бүленгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҡса средстволары алған бар төбәктәр араһынан республикаға иң ҙур финанс ярҙамы күрһәтелгән.
Билдәле булыуынса, бер нисә ай дауамында төбәктә көслө ҡоролоҡ һаҡлана. Башҡортостанда хәүефле биш тәбиғәт күренеше буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Кире һауа шарттарынан ауыл хужалығы етештереүселәре айырыуса ныҡ зыян күргән. Быйылғы йылда 1 миллион 239 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы ауыл хужалығы иҡтисадына кире йоғонто яһаны. Ауыл хужалығы етештереүселәре тапшырған документтарҙан күренеүенсә, ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы арҡаһында ағымдағы йылда матди зыян 13 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда 1893 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер хужалығы зыян күргән.
Килеп тыуған шарттарҙа ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеп сығыу һәм тармаҡтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә ашығыс саралар күрелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика