12:07 (UTC+5), 11 Августа 2010

Ете айҙа «Өфө» аэропортында 840 меңдән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асык акционерҙар йәмғиәте самолеттар осошо иҫәбе һәм пасажирҙар ташыу буйынса Волга-Урал төбәгендә алдынғылар рәтендә. Сауҙа-клиринг палатаһы мәғлүмәте буйынса, Рәсәй аэропорттары рейтингында пассажирҙар ағымы буйынса Өфө аэропорты әлеге ваҡытта туғыҙынсы урында тора.
Ағымдағы йылдың ете айындағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарынан күренеүенсә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында производство эшмәкәрлеге күрһәткестәренең даими үҫешеү тенденцияһы күҙәтелә. Мәҫәлән, 5950 осош башҡарылған — 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12,2 процентҡа күберәк. Аэровокзал комплексы аша йыл башынан алып 840 меңдән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән — уҙған йыл кимәленән 26 процентҡа артығыраҡ. Халыҡ-ара һауа линияларында ете айҙа 209,4 мең пассажир ташылған. Ә был, үҙ сиратында, былтырғыға ҡарағанда Өфөнән сит илгә сәйәхәткә 54,2 процентҡа күберәк пассажир юлланыуын аңлата.
Аэропорт маркетингы хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң һауа транспортында пассажирҙар ташыу баҙарына «Донавиа», «Трансаэро», «Ред Вингс», «Авианова» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Урал авиалиниялары» авиакомпаниялары килгән. Төньяҡ йүнәлештәр буйынса осоштар географияһы киңәйтелгән. Өфөнән хәҙер Нягань, Төмән, Ханты-Манси ҡалаларына осорға мөмкин. Ереван йүнәлеше асылған. Көҙгөһөн Душанбе һәм Худжанд менән бәйләнеш тергеҙеләсәк.
Төркиә, Мысыр, Испания, Кипр, Гоа кеүек традицион йүнәлештәрҙән тыш, быйыл популяр туристик йүнәлеш – Тунис өҫтәлгән. 24 сентябрҙән «Өфө – Дубай» маршруты буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмираттарына даими рейс асылыуы көтөлә.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында иң эре транспорт үҙәктәренең береһе. Ул баш ҡала аэропортын, ҙур тимер юл үҙәген, автомобиль трассаларын, йылға вокзалдарын үҙ эсенә алған үҫешкән транспорт инфраструктураһына эйә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика