11:00 (UTC+5), 11 Августа 2010

Башҡортостанда 300 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда ике урман янғыны һүндерелгән – Ейәнсура һәм Белорет районында. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итте.
— Әлеге мәлдә республикала 300 гектарҙан ашыу майҙанда 15 урман янғыны теркәлгән, — тине ул. – Башлыса утҡа Белорет һәм Благовещен райондары эләгә. Шулай уҡ Күгәрсен, Борай һәм башҡа райондарҙа ла янғын сығанаҡтары теркәлгән.
Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 493 урман янғыны теркәлгән. Ут 9650 гектар майҙандан үткән.
БР Урман хужалығы министрлығы һәм был ведомствоға ҡараған ойошмалар менән урман янғындарына ҡаршы көрәшеү һәм уларҙы торама пункттарға үткәрмәү буйынса тейешле бөтә саралар үткәрелә. Ситуация ныҡлы контролдә тотола. Бөгөнгө көндә урман янғындарынан Башҡортостан ауылдарына хәүеф янамай.
Һауа транспорттары менән осоштар көн һайын ойошторола, элекке кеүек көн аша түгел. Бынан тыш ерҙән патруллек итеү һәм янғындың артабан таралмауына контроль дә алып барыла.
— Министрлыҡтың дәүләт унитар предприятиелары торама пункттар тирәләй махсус һыҙаттар булдыра, урман ситтәрен һөрөп сыға, - ти Айбулат Ғәйнуллин. – Хәл-ваҡиғалар торошо насарланғанда 400 кеше ут менән көрәшкә сығырға әҙер.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика