17:56 (UTC+5), 10 Август 2010

Өфөлә яңы ҡунаҡхана төҙөлөүе ихтимал

«Кеско» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә отель төҙөргә ниәтләй. Башҡортостандың баш ҡалаһынан тыш, ҡунаҡханалар илебеҙҙең йәнә биш ҡалаһында - Санкт-Петербургта, Ҡазанда, Екатеринбургта, Краснодар һәм Новороссийскиҙа төҙөлөүе ихтимал. Был маҡсатта Бөтә донъя банкы төркөмөнөң инвестицион бүлексәһе булған Халыҡ-ара финанс корпорацияһы (IFC) «Кеско» йәмғиәтенә 40 миллион доллар күләмендә кредит бирергә әҙер.
IFC мәғлүмәтенә ҡарағанда, проекттың дөйөм хаҡы 216,6 миллион доллар менән иҫәпләнә. Отелдәр менән Францияның Accor ҡунаҡханалар операторы идара итәсәк, тип күҙаллана.
«Кеско»ның Өфөлә эшләү тәжрибәһе бар. Компания ҡалала «А» класындағы бизнес-үҙәктәрҙең береһен төҙөгән һәм файҙаланыуға тапшырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика