04:53 (UTC+5), 10 Августа 2010

Башҡортостанда сусҡаларҙың африка тағунын индермәүгә ҡаршы саралар күрелә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда сусҡаларҙың африка тағуны ауырыуын республика территорияһына индермәү өсөн саралар күрелә. «Башинформ» агентлығына БР Ветеринария идаралығы начальнигы Баязит Ғәлимовтың хәбәр итеүенсә, зарарланыу осраҡтары асыҡланмаһа ла, төбәктә хәл көсөргәнешле булып ҡала.
— Сусҡасылыҡ предприятиеларына ҙур иғтибар бирелә, - тип белдерҙе ул. Уларҙа санитар режим күҙәтелә, тикшереүҙәр алып барыла һәм малдарға профилактик вакцинация үткәрелә.
Бөгөнгө көндә республикала башҡа төбәктәрҙән, айырыуса Рәсәйҙең көньяғынан сусҡалар ҡайтарыу тыйылған. Шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙың һәм ҡырағай ҡабандарҙың хәл-торошон күҙәтеү көсәйтелгән.
Шул уҡ ваҡытта, күптән түгел малдың африка тағуны менән ауырыу осрағы Волгоград өлкәһендә асыҡланған. Тағундың ҙур сығанаҡтары Ростов өлкәһендә теркәлгән.
Был ауырыу сәләмәт малдың сирлеләре менән контактынан ғына түгел, шулай уҡ мал аҙығы, көтөүлектәрҙән дә тарала. Вирусты бөжәктәр, ҡырағай ҡоштар һәм йәнлектәр ҙә тарата ала. Зарарланған мал 2-5 көндән һуң һәләк була.
Ауырыу һәр ваҡыт малдың ҡырылыуына килтергәнгә күрә, африка тағунынан иҡтисади зыян үтә ҙур. Вирус сиктәрҙе еңел үтә һәм бер нисә тәүлек эсендә меңдәрсә баш сусҡаны юҡ итергә һәләтле. Әгәр ауырыу хужалыҡҡа йәки тораҡ пунктҡа эләкһә, ҡотолоу юлы бер – бар малдарҙы һуйып, барыһын да утҡа яғыу. Сирле малдарҙы дауалау тыйыла. Тағы сусҡалар ҡайтарырға теләһәгеҙ, ентекле дезинфекция үткәрелгәндән һуң йәнә бер йыл көтөргә тура киләсәк. Кешегә был ауырыу йоҡмай.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика