Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.19
+0.32
92.34
+0.82
73.91
+0.89
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2010, 15:36

Тәүге бал йәрминкәләре 4-5 сентябрҙә үтәсәк

Традицион бал йәрминкәләре быйыл 4-5 сентябргә планлаштырылған. Тәүге тапҡыр бал йәрминкәһе 2004 йылда ойошторолдо һәм шунан башлап уны Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡы ла, ҡунаҡтары ла яратып көтөп ала. Быйыл VII башҡорт балының махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһе Йәштәр һарайы алдында үтәсәк. Был күләмле сарала ҡатнашыу өсөн республиканың иң яҡшы умартасылары һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән ойошмалары саҡырыла. Улар төрлө сорттағы балын һәм умартасылыҡ продукцияһын һатыуға ҡуя ала, ә тауар сифатын һатып алыусыларға урында уҡ билдәләү мөмкинлеге буласаҡ. Майҙансыҡта Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең лабораторияһы эшләйәсәк, тап ул гәрәбә төҫлө татлы ризыҡтың сифатын билдәләйәсәк.
Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә-сауҙа конкурс нигеҙендә түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: продукцияның юғары сифаты һәм умартасылыҡ продукцияһының киң ассортименты өсөн, сауҙа нөктәһен иң яҡшы биҙәгән өсөн, район-ҡатнашыусыны иң яҡшы һәм тулы тәҡдим иткәне өсөн. Номинация еңеүселәре һәм призерҙар иҫтәлекле бүләктәр һәм ойоштороусыларҙың дипломдары менән бүләкләнәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: