11:48 (UTC+5), 05 Августа 2010

Урып йыйыуҙың яртыһы тамамланды

Ғәлиә Нәбиева
Республика аграрийҙары менән иген культуралары майҙандарының яртыһынан ашыуында иген урып һуғылған. 58 процент майҙанда ашлыҡ сабып алынған, 56 процентында – һуғылған. Бөгөнгө көндә республика буйынса йыйып алынған иген 464 мең тонна тәшкил итте. Ашлыҡтың уңышлылығы ҡыуандырмай – гектарынан 9,1 центнер.
Бер нисә районда, БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, уңыш бер аҙ юғарыраҡ. Мәҫәлән, Өфө эшсәндәре һәр гектарынан 14,5 центнер ала. Был районда ужым культураларына, бигерәк тә игенгә ҙур майҙандар бүленеүе менән аңлатыла. Хатта ошондай ҡоролоҡло йылда ла ужым бойҙайы көтөлгәнсә гарантиялы уңыш бирә.
Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында гектарынан 12 центнерҙан ашыу уңыш алына.
Быйылғы йылда көйөнөслө урып йыйыуҙы Урал аръяғы игенселәре лә тамамланы. Унда ҡоролоҡ 90 процент майҙанда иген сәсеүлектәрен юҡ иткән. Шулай булғас, йыйып алырлығы ла ҡалмаған тиерлек.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика