Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август 2010, 17:23

Белорет икмәк комбинаты хәләл торттар етештерә

Бөгөн Белорет икмәк комбинатында хәләл торттар һәм пирожныйҙар етештереү буйынса линия асылды. Был турала «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет рәйесе Тимур Шәңгәрәев хәбәр итте.
Яңы производствоны асыу тантанаһында БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин ҡатнашты. Киләсәктә республиканың башҡа предприятиеларында ла икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиеларын шәриғәт ҡанундары буйынса етештереү планлаштырыла.
Бер йыл самаһы элек эшләй башлаған БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет әлеге ваҡытта Башҡортостандың 15-ләгән етештереүсеһен, шулай уҡ Силәбе, Һамар, Свердловск, Белгород өлкәләре предприятиеларын берләштерә. Шуларҙың күбеһенең тауар һәм хеҙмәттәрен 7 августа Мәләүездә асыласаҡ Икенсе республика хәләл продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһендә күрергә мөмкин буласаҡ.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: