18:19 (UTC+5), 04 Августа 2010

Башҡортостан умартасылары Монголияға бал ҡорттарының сираттағы партияһын ебәрергә әҙерләй

Ғәлиә Нәбиева
Иртәгә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә «Шаамарын тохой» фирмаһы директоры Чинзориг Жамцын килә. Монголия компанияһы етәксеһе республикала башҡорт тоҡомло бал ҡорто күстәренең сираттағы партияһын һатып алырға ниәтләй. Монголия далаларына 400 пакет бал ҡорто һәм 250 инә ҡорт оҙатыласаҡ.
Умартасылыҡ үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Монголиялағы партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү 2008 йылда башланған. Ул ваҡытта Башҡортостандан Монголияға бал ҡорттарының беренсе партияһы ебәрелгән. Улар климатҡа бик яҡшы яраҡлашҡан, һәм Монголия яғынан вәкилдәр бал ҡорто күстәрен һатып алыуға Башҡортостан ҡортсолары менән 6 йылға контракт төҙөгән. Килешеүгә ярашлы, меңгә яҡын бал ҡорто күсе Моголияла даими теркәлеү аласаҡ. Бынан тыш фирма вәкилдәре Стәрлетамаҡта етештерелгән умартасылыҡ инвентары ла һатып ала.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика