05:23 (UTC+5), 03 Августа 2010

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә яңы торлаҡ йорттар ҡалҡасаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
«2007-2015 йылдарға иҫәпләнгән төҙөлөп бөткән территориялар үҫеше» муниципаль адреслы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Өфөнөң Калинин районындағы Азатлыҡ, Черниковская, Кремль һәм Беренсе май урамдары менән сикләнгән кварталды яңыртыу планлаштырыла. Уның дөйөм майҙаны 0,9 гектар тәшкил итә. Планлаштырыу проекты Октябрҙең 50 йыллығы һәм Черниковская урамдарындағы ике ҡатлы йорттарҙы һүтеүҙе, булған объекттарҙы реконструкциялауҙы һәм яңы торлаҡ йорттар төҙөүҙе күҙаллай.
Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, тәү сиратта Беренсе май урамындағы 71-се һанлы йорт алдында 16 ҡатлы торлаҡ йорт күтәреү планлаштырыла, уның беренсе ҡатында балалар поликлиникаһы урынлашасаҡ.
Уны «Маштехресурсы» төбәк-ара сауҙа-сәнәғәт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөйәсәк. Ҡайтанан төҙөлөүсе кварталда йәшәүсе граждандарҙың ял ваҡытын уңайлаштырыу маҡсатында, төҙөлөш территорияһына эләккән балалар майҙансығы урынына предприятие күрше урынлашҡан Беренсе май урамындағы 69-сы һанлы йорт ихатаһында яңы уйын майҙансығы булдырҙы, шулай уҡ футбол һәм баскетбол уйындары өсөн майҙансыҡтар йыһазландырҙы. Хәрәкәтле уйындар майҙансығына хәүефһеҙлек маҡсатында ҡом түшәлгән. Бында урынлаштырылған бөтә ҡорамалдар ҙа сертификатланған һәм заман стандарттарына яуап бирә.
Майҙансыҡ шунда уҡ балаларҙа ҙур һорау менән файҙалана башлаған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика