11:52 (UTC+5), 02 Августа 2010

Республика умартасылары продукцияһы Иран вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырҙы

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә Иран Ислам Республикаһының Әстерхандағы Генераль консуллығы вәкиле Хусейн Фазел килде. Ҡунаҡ башҡорт умартасыларының продукцияһы менән, атап әйткәндә, косметик саралар, умартасылыҡ продукттарын медицина маҡсатында файҙаланыу менән ҡыҙыҡһынды һәм башҡорт балының тәм сифаттарын лайыҡлы баһаланы. Осрашыуҙа башҡорт балын ғәрәп илдәренә оҙатыу прблемалары тикшерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығышта тәбиғи башҡорт балы һәм унан етештерелгән изделиелар тейешенсә баһаланған. Февралдә, мәҫәлән, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре Кувейтҡа «Баллы йылғалар» фирмаһына балдың беренсе партияһын оҙатты. Ул ваҡытта Башҡортостан етештереүселәре заказсыларҙың бар теләктәрен дә иҫәпкә алырға тырышты. Хатта продукциялағы этикеткалар ҙа ғәрәп телендә ине һәм улар мосолман иленең дини традицияларын иҫәпкә алып баҫтырылды. Ирекле сауҙа сертификаттары ла кәрәк булып сыҡты, уның турала Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла барыһы ла белеп бөтмәй.
Төрлө сорттағы 50-ләп исемле бал (ҡарабойҙай, йүкә, сәскә балы һәм башҡалар) сувенир һауыттарға тултырыла. Бынан тыш Кувейтҡа бал нигеҙендә эшләнгән 25 төрлө косметик продукция ла ебәрелә. Улар иҫәбендә һәр төрлө шампундәр, кремдар, йыуыныу өсөн гелдәр, шулай уҡ һауыт-һаба йыуыу өсөн прополислы средстволар була.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика