07:15 (UTC+5), 30 Июля 2010

БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығы граждандар өсөн уңайлы шарттар булдыра

Рәсүл Хәмиҙуллин
БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығының Сибай бүлексәһендә ғариза биреүселәрҙе хәҙер яңыртылған залда ҡабул итәләр. Күсемһеҙ милеккә дәүләт теркәүе һәм күсемһеҙ милек менән башҡарылған килешеүҙәр менән бәйле дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса операциялар залы үҙгәреш кисергән.
Бинаны ҡайтанан планлаштырыу арҡаһында граждандар элеккесә кабинеттарҙа түгел, ә айырым кабинкаларҙа ҡабул ителә. Бынан тыш, операцион залда башҡа төрлө уңайлы шарттар ҙа булдырылған: һауа кондиционеры эшләй, түләүҙәр ҡабул итеү буйынса терминал ҡуйылған, мәғлүмәт стендтарын һәм үҙенең сиратын көткәндәргә мебелде яңыртыу ҙа планлаштырыла.
БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңыртылған операцион зал Сибай хакимиәте һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы ярҙамы менән асылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика