12:02 (UTC+5), 30 Июль 2010

Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау бүлегенән хәбәр иттеләр. Ут үткән дөйөм майҙан бөгөнгө көндә 8550 гектар тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта республикала 17-гә яҡын урман янғындары һүндерелә. Күбеһе таралыуҙан туҡтатылған. Янғындарҙың күп өлөшө элеккесә Урал аръяғы райондарында һәм республиканың таулы төбәгендә сыға. Урман янғындарының төп сәбәбе, белгестәр фекеренсә, - ямғырһыҙ килгән йәшен. Улар, ҡағиҙә булараҡ, бик йыш аномаль ҡоро һауа шарттарында барлыҡҡа килә.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә урман янғындары торама пункттарға барып еткән һәм меңдәрсә кешене йортһоҙ ҡалдырған. БР Урман хужалығы министрлығынан билдәләүҙәренсә, был ситуация Башҡортостанда етди контролдә тотола һәм халыҡҡа борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Шулай ҙа ут менән һаҡ булырға һәм урманға походҡа сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеген оноторға ярамай.
Үҙ сиратында, ведомство янғынға ҡаршы тейешле саралар күрә. Был профилактик эшкә лә ҡағыла. Урман хужалыҡтарының муниципаль берәмектәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлегендә ярайһы ҙур иғтибар ауыл хужалығы ихтыяжында үрт һалыуҙы иҫкәртеү һәм һүндереүгә бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика