08:33 (UTC+5), 30 Июль 2010

Башҡортостан статистиктары онға бер аҙ хаҡ артыуын билдәләй

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанстат минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһына ингән аҙыҡ-түлек продукттары хаҡын тикшергән. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, бер ай эсендә бойҙай онона хаҡтар килограмына 1 һум 25 тингә күтәрелгән. Мәҫәлән, июндә республика буйынса уртаса бер килограмм ондоң хаҡы 14,69 һум булған, ә июль йомғаҡтары буйынса ул 15,94 һумға еткән. Башҡортостан ҡалалары буйынса иң ҡиммәт он Стәрлетамаҡта. Бөгөнгө көндә ул 17,64 һум тәшкил итә. Ондоң ҡыйбатланыуы арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм икмәк-ҡалас изделиелары хаҡында сағылмаған. Улар 23 һәм 22,85 һум тәшкил итә. Бында хаҡ буханкаға түгел, ә килограмға ҡарата бирелгән.
Уҙған ай эсендә республика буйынса уртаса 26,6 һумдан 27,32 һумға тиклем макарон изделиеларына ла бер аҙ хаҡ артҡан. Шәкәргә лә хаҡ артыуы күҙәтелә. Әгәр июндә килограмды 28,44 һумға һатып алырға мөмкин булһа, июлдә ул 31,41 һум тора.
Ит һәм көнбағыш майына хаҡтар элекке кимәлдә ҡалған.
Йәшелсәләр ярайһы ныҡ арзанайған. Был баҡсасыларыбыҙ үҙҙәренең витаминлы уңышын ала башлауы менән бәйле. Мәҫәлән, бер айҙа бер килограмм ҡыярға хаҡ 31,04 һумдан 19,96-ға төштө. Ауыл халҡының йомортҡа һәм һөт кеүек продукттары ла осһоҙланды. Ә бына картуф 4 һумға тиерлек ҡыйбатланып, хәҙер килоһына 18,85 һум тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика