Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2010, 11:58

Владимир Путин Башҡортостанда урман янғындарына ҡаршы көрәшеү эшен ыңғай баһаланы

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында селектор кәңәшмәһендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Башҡортостан Республикаһына тәбиғәт янғындары һанын һәм уларҙан зыянды кәметеү буйынса күрелгән саралар өсөн ыңғай баһа бирҙе.
— Бына, урман янғындарын һүндереү буйынса функцияларҙы үтәүгә аукциондарҙа еңеүсе ойошмалар тураһында белешмә алдым, — тине федераль хөкүмәт башлығы. —Башҡортостан Республикаһы. Еңеүсе ойошма түбәндәге көстәргә һәм сараларға эйә: 1080 кеше, 32 янғын һүндереү машинаһы, 46 трактор һәм 52 башҡа техник саралар. Пермь крайында: 69 кеше һәм 2 самолет. Әлбиттә, был Бе-200 түгелдер, моғайын, Ан-2-лер. 69 кеше һәм шуның менән вәссәләм! Янғын һүндереү буйынса конкурста еңеүсе был ниндәй ойошма һуң? Урмандарҙы авиацион һаҡлау базаһы. Урмандарҙы һаҡлау! Улар ошо тиклем көс һәм саралар менән генә янғын һүндерә аламы? Моғайын, төбәктә ниҙәр барыуы хаҡында мәғлүмәт бирә, тикшереп сыға алаларҙыр. Ләкин һүндереү буйынса нимә эшләй алалар?
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, дөйөм алғанда, илдә урман янғындары менән хәл ябай түгел, әммә контролгә алырлыҡ, тип билдәләне. Бөгөн һауа шарттары күпкә ҡатмарлыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, быйыл янғын сығыуҙар һаны өс тапҡырға тиерлек кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә ваҡытында сара күрелмәй. Шуның менән бәйле Владимир Путин бөтә кимәлдәге етәкселәрҙең шәхси яуаплылығы хаҡында белдерҙе. Был проблемаға иғтибарҙы һис тә кәметергә ярамай, тип айырып билдәләне Хөкүмәт башлығы.
Башҡортостан Республикаһынан кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рафаил Диваев, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев, БР Прокуроры Сергей Хуртин, БР урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәжәп Нәбиуллин, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Иҙел Шәйәхмәтов, шулай уҡ үрҙә һанап кителгән министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың ҡайһы бер профилле белгестәре ҡатнашты.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: