07:08 (UTC+5), 29 Июля 2010

Олҡан участкаһында ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыуға хоҡуҡ алған еңеүсе иғлан ителгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Олҡан участкаһында углеводород сеймалын геологик тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғына үткәрелгән аукциондың еңеүсеһе тип 14520 миллион һум суммала бер тапҡыр индерелеүсе түләү башҡарырға әҙерлеген раҫлаған “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте табылған.
Аукционды ойоштороусы – Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығы хәбәр итеүенсә, «Башнефть» йәмғиәтенән тыш сауҙала «Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнашҡан.
Олҡан участкаһы Туймазы һәм Шаран райондары биләмәһендә урынлашҡан. Унда С3 категорияһындағы (0,4 миллион тонна) нефть ресурстары сығарыуға әҙер ике структура бар. Лицензияланған участка майҙаны 165,4 квадрат метр тәшкил итә.
Ә башҡа аукциондарға килгәндә иһә, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостандың Ар, Көнсығыш Ыҡ, Көнбайыш Көнгәк участкаларында углеводород сеймалын геологик тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға хоҡуҡ алыуға үткәрелгән аукциондар ғәмәлгә ашмаған, тип ҡарар итте. Был уларҙа ҡатнашыуға заявкаларҙың булмауы менән аңлатыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика