06:39 (UTC+5), 28 Июля 2010

2010 йылдың беренсе ярты йыллығында Өфөлә 227 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында дөйөм майҙаны 227 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ йорт төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 6,9 процентҡа артығыраҡ. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында индивидуаль төҙөүселәр менән сафҡа индерелгән торлаҡ өлөшө 55,4 процент тәшкил иткән. Улар менән, уҙған йылдың ғинуар-июненә ҡарата 36 процентҡа арттырып, 126 мең квадрат метр төҙөлгән. Был турала матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итте.
Ҡалала социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге һәм йәшәйеште тәьмин итеү объекттары төҙөлөшө дауам итә. Улар араһында — «Сипайлово-3» биҫтәһендәге мәктәп, «Дим-8» биҫтәһендәге балалар баҡсаһы һәм башҡалар. Ҡайһы бер объекттар фйҙаланыуға тапшырылған да инде. Шул иҫәптән Достоевский урамы, 67 адресы буйынса төкәтмәһе менән 39-сы гимназия бинаһы, 2-се балалар йортоноң хужалыҡ блогы, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы һәм «Черемушки» һауыҡтырыу лагерында йәйге балалар бассейны.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика