08:05 (UTC+5), 26 Июля 2010

Энергетиктар һыу етешмәүгә юл ҡуймаясаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
Быйыл июлгә Йомағужа ГЭС-ына һыу килеү ҡырҡа кәмене. Гидроэлектростанциянан түбән Ағиҙелгә ҡойоусы бөтә йылғалар ҡороно. Мәләүез, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында һыу һаҡлағыстың түбәнге бьефына 30 кубометр һыу ағыҙыу арҡаһында халыҡты һәм сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү хәле сиктән тыш көсөргәнешле түгел. Һыу һаҡлағыстан һыу ағыҙыу төрлө көндәрҙә һыу килеүҙән 4-7 тапҡырға ашып китә. Интенсив һыу ағыҙыу арҡаһында һыу һаҡлағыста һыу кимәле тәүлегенә ун сантиметрға кәмей, ҡайһы бер урындарҙа яр буйы һыҙығы ҡәҙимге билдәнән 30 метрға төштө. Өс турбинанан энергетиктар береһен төндә һәм икеһен көндөҙ файҙалана. Улар, Павловка ГЭС-ынан коллегалары кеүек үк, электр энергияһы эшләп сығарыу менән бер рәттән, ҡалаларҙы һыу менән тәьмин дә итә.
«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, хатта көҙ аҙағына тиклем ямғырҙар яумаған һәм ҡыш ҡар аҙ яуған хәлдә лә, Башҡортостандың төп ике йылғаһы буйлап ҡалалар һәм ауылдар кәрәкле һыу күләмен аласаҡ, тип иҫәпләйҙәр. Павловка ГЭС-ынан гидроэнергетиктар үҙ көстәре менән хәлдән сығасаҡ. Йомағужа ГЭС-ына килгәндә, августа уларға Нөгөш һыу һаҡлағысын файҙаланыусы коллегалары ярҙамға киләсәк. Ул күптән республиканың рекреацион ынйыһына әйләнде, уның яры буйлап күп һанлы санаторийҙар, пансионаттар һәм ял базалары урынлашҡан. Бөгөн һыу һаҡлағыс ике кубометр самаһы һыу бирә, ә бер айҙан йәйге отпускылар осоро тамамланғас, һыу ағыҙыу 10-14 кубҡа етәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика