Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.6
-0.14
16+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июль 2010, 16:53

Өфөлә Германия делегацияһының Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре менән бизнес-осрашыуҙары үтә

БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығында бөгөн Германия Федератив Республикаһы делегацияһының Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре менән бизнес-осрашыуы үтте.
Бизнес-осрашыуҙа ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Руслан Мирсаяпов мөрәжәғәт итте. Ул был осрашыуҙың маҡсаты булып Германия компаниялары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, бизнес вәкилдәре менән ике яҡҡа ла файҙалы контакттар урынлаштырыу тороуын билдәләне.
Руслан Мирсаяпов был осрашыуҙы ойоштороусы булып сығыш яһаған «Коммит Гмбх» компанияһының генераль директоры Булат Хәмидовҡа рәхмәтен белдерҙе. Ул, шулай уҡ, Урал-Волга буйы төбәге Рәсәй-Германия мөнәсәбәттәре үҫеше үҙәгенә әйләнә барыуын һәм бының, һис шикһеҙ, ике яҡты ла ҡыуандырғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Германияның Федераль иҡтисад һәм технологиялар министрлығы референты Михаель Хакеталь «Өфөлә булыуыбыҙ, беҙҙең уйыбыҙса, сәфәребеҙҙең кульминацияһы буласаҡ», тип билдәләне. Шаршамбы көндө делегация Салауатта һәм Стәрлетамаҡта йөрөп ҡайтты, унда ла урындағы предприятиелар һәм хужалыҡтар вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.
— Сәфәребеҙ өсөн ваҡыт бик уңышлы һайланған, тип иҫәпләйбеҙ: күптән түгел Екатеринбургта хөкүмәт-ара консультациялар үтте, - тине Михаель Хакеталь. - Беҙ иң элек ҙур потенциалға эйә төбәктәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бурысын ҡуябыҙ. Башҡортостан Республикаһы – тап шулар иҫәбенән. Был сәфәр, һис шикһеҙ, ике дәүләттең дә сәйәси теләген аныҡ мәғәнә менән тулыландырырға булышлыҡ итәсәк.
Әйтергә кәрәк, үҙенең телмәрен Михаель Хакеталь матур рус телендә тотто. Партнерҙар телен белеү делегация ағзаларының күбеһенә хас.
Мәскәүҙәге Германия Федератив Республикаһы Илселеге Советнигы Кристиан Зеебоде Башҡортостандағы хеҙмәттәштәренә ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәтен еткерҙе. Ул контакттарҙың яңыртылыуы, нығыныуы, яңы мәғәнә менән тулыланыуына ҡәнәғәтләнеүен белдерҙе.
Артабан Булат Хәмидов бизнестың төрлө өлкәһендә шөғөлләнеүсе делегация ағзалары менән таныштырҙы. Башҡортостанға машиналар эшләү, энергетика, химия сәнәғәте, төҙөлөш, юғары технологиялар, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә махсуслашҡан предприятие вәкилдәре килгән. Уларҙың һәр береһе беҙҙең төбәктә партнерҙар менән ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнештәр булдырырға өмөтләнә.
БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Эдуард Аҙнабаев тәҡдим иткән Башҡортостандың социаль-иҡтисади потенциалы хаҡында мәғлүмәт тә бик осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн файҙалы булды. Ул төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса республика Рәсәй Федерацияһының тәүге ун субъекты иҫәбенә инеүен, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеүсәнлек рейтингында алдынғы урындарҙа тороуын билдәләне. Башҡортостан донъяның 98 иле менән тышҡы иҡдисади бәйләнеш булдырған. Германия Федератив Республикаһы төп партнерҙарҙың береһе һанала. Тышҡы сауҙа әйләнеше был Европа иле менән 58,6 миллион евро тәшкил иткән. Шулай ҙа экспортҡа башлыса сеймал оҙатыла. Шуға күрә барыһы ла был хәлде ҡырҡа үҙгәртергә теләй.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн Палатаның ниндәй аҙымдар яһауы хаҡында һөйләне.
— Германия менән дуҫлыҡ бәйләнеше күптән, студенттарҙың төҙөлөш отрядтары заманынан уҡ килә, - тине Алексей Никин. – Һәм был бәйләнештәрҙең үҫешеүе ҡыуандыра.
Рәсми өлөштән һуң аралашыу формаль булмаған шарттарҙа дауам итте. Башҡортостан бизнесы вәкилдәре Германиянан хеҙмәттәштәре менән осрашырға һәм һөйләшеүҙәр өҫтәле артында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса фекер алышырға форсат алды.
Көндөң икенсе яртыһында Өфөнөң бер нисә предприятиеһы эше менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: