07:14 (UTC+5), 22 Июля 2010

Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәр иҫәбе арта

Рәсүл Хәмиҙуллин
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы күрһәткестәрен анализлау күсемһеҙ милеккә теркәлгән хоҡуҡтар иҫәбенең һәм күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәрҙең, шулай уҡ теркәлгән хоҡуҡтар тураһында бирелгән мәғлүмәттең артыуын күрһәтә.
Әгәр уҙған йылдың беренсе ярты йыллығында Идаралыҡта 347 328 хоҡуҡ теркәлгән булһа, быйыл ошо уҡ осорҙа был һан 366 297-гә еткән.
БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын йәнә ябайлаштырылған төрҙә теркәлгән хоҡуҡтар иҫәбе арта. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың алты айында барыһы 63 789 граждан хоҡуҡтары теркәлгән, шуларҙан: 38 503 хоҡуҡ ер участкаларына, 20 126 — индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө объекттарына, 5 160 — башҡа төрлө күсемһеҙ милек объекттарына. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың беренсе ярты йыллығында 53 726 хоҡуҡ теркәлгән, шуларҙың 35 849-ы – ер участкаларына, 13 554 – шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына, 4 323 – башҡа объекттарға.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйыл йыл башынан алып Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестрынан белешмәләр һәм күсермәләр биреүҙе һорап 281 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда был 17 меңгә күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика