11:43 (UTC+5), 20 Июля 2010

Йәш уйлап табыусыларҙы «Архимед» халыҡ-ара салоны саҡыра

Любовь Колоколова
«Бөтә Рәсәй уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең уйлап табыуҙарҙы һәм рационализаторлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәге» Интеллектуаль милекселек, патенттар тауар билдәләре буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә киләһе йыл 5 - 8 апрелдә традицион күргәҙмә — «Архимед» Мәскәү халыҡ-ара уйлап табыуҙар һәм инновацион технологиялар салоны үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. 2011 йылда салон 14-се тапҡырына үтәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
«Архимед» салонының йөкмәткеле эшлекле программаһы ҡатнашыусыларға инновацион өлкәлә ҡаҙаныштарын күрһәтергә, төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә эшлекле һәм фәнни бәйләнештәрен киңәйтергә, яңы партнерҙар һәм инвесторҙар табырға булышлыҡ итәсәк.
Салон сиктәрендә үткән сараларҙа һәр ҡатнашыусы “Халыҡ-ара уйлап табыусы университеты”нда уҡыу курсы үтә һәм ярашлы диплом-сертификат ала аласаҡ.
Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр коллективтарына ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк. «Архимед» салонында ҡатнашыу йәш уйлап табыусыларға һәм ғалимдарға ҙур фәнгә һәм бизнесҡа путевка бирә.
Унда ҡатнашыуға Башҡортостан предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының уйлап табыуҙар һәм инновацион технологиялар өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы ижади коллективтары саҡырыла.
Ентекле мәғлүмәт www.archimedes.ru һәм www.innovexpo.ru сайттарында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика