06:27 (UTC+5), 20 Июля 2010

Профсоюздарҙың тәрбиәселәргә эш хаҡын күтәреү буйынса тәҡдимен республика етәкселеге хупланы

Евгений Рәхимҡолов
БР Профсоюздар федерацияһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреү буйынса тәҡдиме республика етәкселегендә хуплау тапты.
Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан профсоюздары был мәсьәләне бер нисә ай инде күтәрә. Июнь аҙағында БР Профсоюздар федерацияһы республика Финанс министрлығына, тәрбиәселәрҙең айлыҡ эш хаҡына - 1000 һум, тәрбиәселәр ярҙамсыларына 500 һум күләмендә айлыҡ өҫтәмә билдәләү кәрәклеген сағылдырып, бюджетты ойоштороу буйынса тәҡдим ебәргәйне. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса был проекттың хаҡы 400 миллион һум тип баһаланды.
Ошондай уҡ тәҡдимде профсоюздар Өфөнөң территориаль өс яҡлы комиссияһы ултырышында ла индергәйне, әммә ул ҡала хакимиәте һәм эш биреүселәр берекмәһе тарафынан хупланманы.
Ахыр килеп, БР Президентының быйыл 1 августан балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә билдәләү тураһында республиканың яңы башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған Указ һөҙөмтәһендә мәсьәлә ыңғай хәл ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика