07:31 (UTC+5), 20 Июля 2010

Әмир Ишемғолов: кәмендә алты мең тонна бал етештереләсәк

Ғәлиә Нәбиева
Быйыл ҡоролоҡ ауыл хужалығы производствоһының бөтә тармаҡтарына ҡағылды. Умартасылар өсөн миҙгел бик ауыр. Дым етешмәү республиканың тәбиғи бал запастарының 30 процентын килтергән болон үләндәрендә һәм сәскәләрендә лә сағылды. Баллы үҫемлектәр һаны кәмене. Һөҙөмтәлә май-июндә умартасыларға бал ҡорттарына шәкәр сиробы бирергә тура килде.
— Быйыл беҙ төп балды йүкәнән алабыҙ, - ти Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов. – Ул республиканың бал запасының 75 процентын тәшкил итә. Республиканың бал йыйыу ҡеүәте ярайһы уҡ юғары – йылына 545 мең тонна. Әммә бал ҡорттары 175 мең тонна ғына йыя ала.
Әмир Миңлеәхмәт улы, быйыл йүкә ике аҙнаға алдараҡ сәскә атты һәм сәскә атыу тигеҙ барманы, тип һөйләне. Тәжрибәле умартасылар бының менән яҡшы файҙаланды, умарталары менән республиканың бер районынан икенсеһенә күсеп йөрөнө. Шуға күрә быйыл да былтырғы кимәлдә бал алырға ниәтләй. Ә был кәмендә алты мең тонна тауарлыҡлы бал тигән һүҙ.
Белгестәр традицион милли башҡорт продуктының юғары сифатын билдәләй. Бөтә минустарына ҡарамаҫтан, эҫе йәй балға яҡшы өлгөрөргә булышлыҡ итте. Быны беренселәрҙән булып башҡа төбәктәрҙән бал һатып алыусылар баһаланы һәм хәҙер башҡорт умартасыларынан хаҡына ҡарамай күпләп бал һатып ала. Быйыл республиканың йүкә зонаһында: Нуриман, Бөрйән, Архангел, Ейәнсура, Ғафури, Ишембай райондарында урынлашҡан умартасыларҙың балының сифаты бигерәк тә юғары.
Әлеге ваҡытта умартасылар көнбағыш һәм ҡарабойҙай балын һығып алалар.
Умартасылыҡ буйынса үҙәк белгестәре яңы эш башлаусы умартасыларға ярҙам варианттарын эшкәртә. Улар республика етәкселегенә лизинг буйынса күстәр һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу мөмкинлеге тураһында тәҡдим индерҙе. Республикала инә ҡорт менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар – бында Рәсәйҙә берҙән-бер балҡорттары үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы эшләй бит.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика