Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июль 2010, 11:02

Башҡортостан төҙөүселәре Европа предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Рауил Ибәтуллин етәкселегендә эш төркөмө бер нисә Европа илдәрендә булды. Производство линиялары монтажы менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, шулай уҡ беҙҙең республикаға ағас кирбестәр етештереү һәм брикетлау өсөн ҡорамалдар ҡайтарыу сәфәрҙең төп маҡсаты булды.
Визит дауамында делегация Венецияла (Италия) «Di Piu BRIK» компанияһына барҙы. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы был компанияның һәр төрлө бөртөклө материалдарҙы, шул иҫәптән торфты брикетлау өсөн тәғәйенләнгән механик престары менән таныштырҙылар.
Штутгартта (Германия) эш төркөмө оҡшаш предприятиеларҙы ҡараны.
Шулай уҡ республиканың рәсми кешеләре аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө өсөн махсус рәүештә йорттар етештереү, транспортлау, монтажлау һәм биҙәү технологияһын әҙерләгән «ЛБ Инжиниринг ГмбХ» (Австрия) компанияһы менән яҡындан танышты. Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың майында Австрия технологияһы буйынса аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө өсөн стена панелдәре етештерәсәк «Үҙ йортом» компанияһына яңы технологиялар тапшырыу сараһы үтте. Әлеге ваҡытта яҙма килешеүҙәр буйынса Башҡортостанда технологик ҡорамалдарҙы монтажлау эштәре алып барыла.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: