16:00 (UTC+5), 19 Июля 2010

Куйбышев тимер юлында ташылған йөк күләме ярты йыл эсендә 8 процентҡа артҡан

Любовь Колоколова
Ағымдағы йылдың алты айында Куйбышев тимер юлы 30,4 миллион тоннанан ашыу йөк ташыған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 8 процентҡа күберәк.
Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, нефть продукттары өлөшө бөтә йөктөң 60 процентын тәшкил иткән. Уҙған йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда нефть продукттары 8 процентҡа күберәк ташылған.
Нефть һәм уны эшкәртеү һөҙөмтәһендә алынған продукттарҙан тыш, Куйбышев тимер юлында йөктөң 30 номенклатуралы төркөмө тейәп оҙатыла. Беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса 20 төр йөк буйынса йөк ташыуҙың артыуы күҙәтелгән.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, йөк күләменең артыуы Рәсәй эсендә лә, экспортҡа оҙатыуҙа ла теркәлгән. Ярты йыл эсендә Куйбышев тимер юлында экспорт уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 8 процентҡа артҡан. Сит илгә Куйбышев тимер юлы станцияларынан башлыса нефть продукттары, химикаттар һәм сода оҙатыла.
Белгестәр әйтеүенсә, магистралдең яуаплылыҡ зонаһында эшләгән төбәк сәнәғәт потенциалының тергеҙелеүе һәм үҫеше арҡаһында төп йөк номенклатураһын тейәп оҙатыу буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Бында тимер юлсыларҙың клиенттар йәлеп итеү һәм яңы транспорт маршруттарын ойоштороу буйынса алып барған һөҙөмтәле эше мөһим роль уйнай.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, нефть продукттарын ташыуҙа беренселек Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика