07:44 (UTC+5), 16 Июля 2010

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе 85 йыллығын билдәләй

Любовь Колоколова, Эльвира Латипова
Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә предприятиеның 85 йыллығын байрам итәләр.
Байрам программаһында «ОПК «Оборонпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Реус, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Герман Мартынов, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров һәм генераль директор Александр Артюхов етәкселегендә ӨМЭПБ менеджменты ҡатнаша.
Өфө моторҙар эшләүселәре өсөн был көн берекмәнең 85 йыллыҡ юбилейы булыуы менән генә әһәмиәтле түгел. Бөгөн Рәсәйҙә беренсе һәм Европала дүртенсе газотурбина двигателдәре компрессорҙарының монотәгәрмәстәрен әҙерләү өсөн линия иретеп йәбештереү эксперимент участкаһы асыласаҡ. Рәсәй Оборона министрлығының дәүләт заказы буйынса күп маҡсатлы Су-35 истребителе өсөн беренсе сериялы 117С двигателен һынап ҡараясаҡтар. Шулай уҡ хәҙерге заман газотурбина двигателдәре, шул иҫәптән бишенсе быуын двигателдәре етештереү өсөн турбина һәм компрессорҙар роторҙары комплексын йыйыу производствоһын асыу юбилей программаһының бер өлөшө булып торасаҡ.
Ошо уҡ көндө “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә отличие билдәләре һәм Хөрмәт грамоталары тапшырыу тантанаһы ла үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика