09:21 (UTC+5), 16 Июля 2010

«Башкиргражданпроект» йәмғиәте Паралимпиясылар әҙерләү үҙәге проектын тамамлай

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылдың июль аҙағында «Башкиргражданпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Паралимпиясылар әҙерләү үҙәге проектын тамамларға ниәтләй. Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә предприятиеның баш архитекторы Илдар Ибраһимов хәбәр итте.
— Белгестәребеҙҙең төп көстәре ошо проект буйынса эшләүгә йүнәлтелгән, - тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Паралимпиясылар өсөн спорт әҙерлеге үҙәге Өфөнөң Затон биҫтәһендә Ҡамышлы урамында барлыҡҡа килергә тейеш. Төҙөлөш үҙе киләһе йылда башланасаҡ. Комплекс төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бер нисә залдан торасаҡ. Трибунала тамашасылар өсөн урындар иҫәбе – 1500. Ҡоролма шулай уҡ табип-тергеҙеү үҙәген һәм 200 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөүҙе күҙаллай.
Илдар Ибраһимов әйтеүенсә, был «Башкиргражданпроект» архитекторҙары көс түккән берҙән-бер спорт комплексы түгел. Әлеге ваҡытта «Өфө-арена»ның икенсе сираты һәм Стәрлетамаҡта төҙөлә башлаған Спорт һарайы өҫтөндә лә эш тамамланған.
Өфө компанияһы йәнә 15-17 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Зодчество-2010» Бөтә Рәсәй конкурсына әҙерләнә. Был Рәсәй төбәктәре һәм ҡалалары проект институттары һәм ижади коллективтарының ҡала төҙөлөшө һәм архитектура буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен бер юлы күреп булған берҙән-бер һәм иң ҙур күргәҙмә майҙансығы.
— Уҙған йылда «Башкиргражданпроект» вәкилдәре «2007-2009 йылдарҙағы архитектура эштәренә смотр-конкурс» номинацияһында өсөнсө урын алды, — тип һөйләне Илдар Ибраһимов. – Беҙҙе Өфөнөң Киров районы Цюрупа урамындағы эш үҙәге проекты өсөн билдәләнеләр. Беҙҙең компания был фестивалдә йыл һайын ҡатнаша. Әлеге ваҡытта заявка ебәргәнбеҙ һәм был юлы ла беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика