06:02 (UTC+5), 15 Июля 2010

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды генераль директоры Константин Цицин Башҡортостанда аҙ ҡатлы торлаҡ етештереү менән танышты

Ғәлиә Нәбиева
Генераль директор Константин Цицин етәкселегендә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһының эш төркөмө Өфөлә әле төҙөлөүсе эконом кластағы аҙ ҡатлы йорттар етештерәсәк заводта булды, шулай уҡ Завод урамындағы энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы аҙ ҡатлы эксперименталь йорт төҙөлөшөнөң барышы менән танышты.
«Үҙ йортом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эконом класындағы аҙ ҡатлы йорттарҙы сәнәғәт күләмендә етештерәсәк заводта әлеге ваҡытта ҡорамалдарҙы монтажлау алып барыла. Фондтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эш төркөмө вәкилдәренә эконом кластағы аҙ ҡатлы йорттар производствоһын күрһәткәндәр. Бындай йорттар технологияһының нигеҙе булып панелдәр тора. Үҙенең составы буйынса панелдәр ағас конструкцияларға оҡшаған, әммә заманса һәм энергия һаҡлау үҙенсәлектәренә эйә.
Завод йылына уртаса 72 квадрат метрлыҡ майҙанлы 1500 йорт етештерә аласаҡ. Уларҙың хаҡы квадрат метрына 17000 һум тәшкил итәсәк. Завод продукцияһы граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡулланыласаҡ.
Фонд вәкилдәре 2010 йылда, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө үҫешен иҫәпкә алып, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү буйынса программаларҙы бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөләсәк энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы аҙ ҡатлы йорттар буйынса проект-смета документацияһы менән танышты.
Өфөнөң Совет районы Завод урамындағы өс ҡатлы урамға сығыусы өс ишекле 33 фатирлы йорт энергияны һаҡсыл ҡулланыусы технологиялар буйынса төҙөләсәк. Йорттағы фатирҙарҙың дөйөм майҙаны – 1,23 мең квадрат метр. Унда авария хәлендәге алты йорттан 112 кеше йәшәйәсәк. Йорт төҙөлөшөндә бинаны файҙаланғанда йылылыҡ юғалтыуҙы минимумға еткерергә мөмкинлек бирәсәк материалдар һәм технологиялар файҙаланыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика