08:08 (UTC+5), 14 Июля 2010

Туймазы урмансылары малсыларға ярҙам итә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Туймазы урмансылары ауыл эшсәндәренә япраҡ аҙыҡ әҙерләргә урындар бүлеп бирергә әҙер. Был турала Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бынан тыш урман хужалығының ер биләмәләрен шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа аҫралған һыйыр малын көтөү өсөн файҙаланыу мөмкинлеге лә бар.
Бының өсөн урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар был төр эшмәкәрлек менән тәбиғәткә зыян итмәйенсә шөғөлләнеп булған урындарҙы күрһәтеп бирәсәк.
— Һуңғы арала мал, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ баҫыуҙарҙа көтөлә, - тине «Туймазы урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы етәксеһе Рафаил Фәррәхов. – Аномаль һәм ҡоро һауа торошо арҡаһында иғтибарҙы урмандарға йүнәлтергә кәрәк. Республиканың биш районын үҙ эсенә алған беҙҙең урмансылыҡ 210 мең гектар тәшкил итә. Шуларҙың күп өлөшө тәбиғәткә зыян килтермәйенсә мал көтөүгә яраҡлы. Байтаҡ хужалыҡ етәкселәре беҙгә мөрәжәғәт итә башланы ла инде.
Рафаил Фәррәхов әйтеүенсә, малға ашатыуға ҡайын, уҫаҡ, саған, ерек, тирәк, тал, дардар, ҡарама һәм сәтләүек ҡыуағы яраҡлы. Шулай уҡ йүкә һәм миләште файҙаланырға мөмкин.
Ә бына малдар рационына бөтөнләй индерергә ярамаған нәмә - ул муйыл һәм дәфнә, сөнки уларҙа синиль кислотаһы бар. Шулай уҡ токсик һәм ҡуҙғытыусы тәьҫиргә эйә эт муйылын, ҡара өсҡатты, һаҙанаҡ һәм бүре емешен дә аҙыҡҡа ҡулланырға ярамай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика