06:27 (UTC+5), 13 Июля 2010

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты осоштар географияһын киңәйтә

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығындағы эштәренә йомғаҡ яһаны.
Предприятиеның маркетинг хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп производство күрһәткестәре буйынса план уртаса ете процентҡа арттырып үтәлгән, 2009 йылға ҡарата алты ай эсендә үҫеш 17 процент тәшкил иткән. Пассажирҙар ағымы 28 процентҡа артҡан һәм 671692 пассажир тәшкил иткән. Шул уҡ мәлдә халыҡ-ара йүнәлештәрҙә был күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан һәм 157946 пассажир тәшкил иткән (2009 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткес 93395 кешегә тиң).
Уҙған йылдың ошондай уҡ осоро менән сғыштырғанда дөйөм осош массаһы 11 процентҡа күбәйгән һәм 279115 тоннаға еткән. Осоштар иҫәбе лә 11 процентҡа артып, 4837 тәшкил иткән.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында маршруттар селтәре лә ярайһы киңәйгән. Традицион йүнәлештәрҙән тыш (Төркиә, Мысыр, Испания, Греция, Кипр, Гоа) быйыл йәнә Тунис кеүек популяр туристик йүнәлеш тә өҫтәлгән.
Рәсәй буйынса башҡарылған рейстарға килгәндә иһә, осоштар географияһы төньяҡ йүнәлештәр иҫәбенә киңәйгән: Нягань, Төмән, Ханты-Манси ҡалаларына рейтар асылған.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, «Өфө» аэропорты белгестәре менән үткәрелгән эш Ереванға рейстар асырға мөмкинлек биргән, ә көҙгөһөн ҡайтанан Дүшәнбе һәм Худжанд ҡалаларына рейстар башҡарыла башлаясаҡ. 24 сентябрҙән алып Берләшкән Ғәрәп әмираттарына «Өфө – Дубай» маршруты буйынса даими рейс асыу ҙа планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика