16:33 (UTC+5), 13 Июля 2010

«Арҡайым» авиакомпанияһы ҡанат йәйә

Бөгөнгө көндән алып «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Башҡортостандың Урал аръяғы менән даими авиабәйләнеште тергеҙә. Рейстар Башҡортостан Президентының «2009-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы территорияһында һауа транспорты үҫеше» республика маҡсатлы программаһы тураһында» Указына ярашлы ойошторолған «Арҡайым» («AIRкаим») милли авиакомпанияһының L-410 UVP-Е20 самолеттарында башҡарыласаҡ.
Был мәсьәләне үтәү маҡсатында Сибай аэропорты реконструкцияланған, Нефтекама аэродромында ремонт эштәре алып барыла. Республика етәкселеге ярҙамында урындағы авиалиниялар Чехияла етештерелгән 20 кеше һыйҙырышлы уңайлы L-410 һәм башҡа һауа суднолары менән тәьмин ителгән. «Арҡайым» авиакомпанияһы паркы артабан да даими тулыландырыласаҡ.
Сибайға Өфөнән рейстар аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыла: шишәмбе, йома, йәкшәмбе урындағы ваҡыт менән 19 сәғәт 30 минутта, ә Сибайҙан – дүшәмбе, шаршамбы, шәмбе иртәнге 07.10 сәғәттә. Кәрәк булғанда осоштар йышлығының арттырылыуы ла ихтимал.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың алыҫ райондарына пассажирҙар ташыуҙан тыш, күрше төбәктәр менән һауа бәйләнеше лә тергеҙелә. Мәҫәлән, Екатеринбургҡа Өфөнән тура бығаса тимер юл аша ғына барырға мөмкин булһа, 13 июлдән «Арҡайым» авиакомпанияһы самолетында юлланырға мөмкин. «Өфө — Екатеринбург — Өфө» маршруты буйынса рейс аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыласаҡ. Өфөнән ул шишәмбе, кесаҙна, йомала сәғәт 07.10-да юлланасаҡ. Екатеринбургтан кирегә осоу ваҡыты ошо уҡ көндәрҙә сәғәт 17.30-ҙа.
19 июлдән алып Өфөнән Түбәнге Новгородҡа ла аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ. Өфөнән самолет сәғәт 07.40-та дүшәмбе, шишәмбе, йомала оса. Ә ошо уҡ көндәрҙә кискеһен, сәғәт 18.00-дә, самолет кирегә юлланасаҡ.
Авиатранспорттың төп өҫтөнлөгө – ул тиҙлек. Мәҫәлән, Өфөнән Сибайға һәм Екатеринбургҡа 1 сәғәт 10 минут осорға, Түбәнге Новгородҡа иһә — 2 сәғәт 30 минут.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика