Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль 2010, 17:54

14 июлдә малсыларҙың беренсе ярты йыллыҡтағы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ

Шаршамбы, 14 июлдә, Мәләүез районында малсылыҡ хужалыҡтарының беренсе ярты йыллыҡтағы эше йомғаҡтары буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Шунда уҡ ҡымыҙ конкурсы ла ойошторола.
Семинарҙың ғәмәли өлөшө сиктәрендә ҡатнашыусылар райондың бер нисә хужалығы менән танышасаҡ, «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан» милли паркында буласаҡ.
Был сараға БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, ведомствоға ҡараған һәм ҡымыҙ етештереүҙе ойошторорға ниәтләгән предприятиелар һәм хужалыҡтар етәкселәре, баш зоотехниктар саҡырылған.
Семинар Ергән ауылының мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:анонс
Читайте нас: