10:58 (UTC+5), 12 Июля 2010

Мәсетле районында Һабансы көнө үткәрелде

Марина Шумилова
Мәсетле районында традицион Һабансы көнө үткәрелде. Был юлы район механизаторҙары конкурсы «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында үтте.
Конкурсты асып, хакимиәт башлығы урынбаҫары Ғәбделйән Сираев механизаторҙарға яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм райондың иң яҡшы һабансылары ярышында уңышлы сығыш яһауҙарын теләне.
Һабансылар ярышы алдан әҙерләнгән загондарҙа үтте. Механизаторҙарҙың профессиональ оҫталығын ике комиссия баһаланы: береһе техниканың торошон баһаланы, ә икенсеһе – һөрөү сифатын. Һөҙөмтәлә I урын «Йондоҙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Байрас Хәйретдиновҡа бирелде. Икенсе урынды ике механизатор – «Мелекас» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Илнур Ғилметдинов һәм «Мәсетле» агрофирмаһынан Ҡәнзәфәр Жингалин яуланы. Өсөнсө урын да ике механизаторға бирелде – Сергей Ярушинға («Ленинский» ауыл хужалығы производство комплексы) һәм Юрий Поповҡа («Нива-2» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
Бөтә еңеүселәр район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән наградланды. Ярышта ҡатнашыусы башҡалар ҙа аҡсалата премиялар менән дәртләндерелде.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика