10:14 (UTC+5), 09 Июля 2010

Июндә Өфө янындағы йорттар ҡыйбатланған, ер арзанайған

Эльвира Латипова
Өфөгә яҡын урынлашҡан ҡала ситендәге йорттар июндә ҡыйбатланған, ә ер участкалары арзанайған.
Бөгөнгө көнгә ҡарата барлыҡ йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса уртаса хаҡ квадрат метрына 27,2 мең һум тәшкил итә. Был үткән ай менән сағыштырғанда өс процентҡа күберәк, һәм йыл башындағына ҡарағанда 12,4 процентҡа күберәк.
Өфө янындағы ер участкалары буйынса тәҡдимдәрҙең уртаса хаҡы – бер сутыйға 56,4 мең һум. Июндә ул 3,4 процентҡа кәмегән, ә ағымдағы йыл башынан алып 16,3 процентҡа артҡан.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, ҡаланан ситтәге йорттоң минималь хаҡы бөгөн 600 мең һум тәшкил итә. Кушнаренколағы 50 квадрат метрлыҡ йорт ошо хаҡҡа һатыла. Иң ҙур хаҡ буйынса – 20 миллион һум –Михайловкала 348 квадрат метр майҙанлы коттедж тәҡдим ителә.
«Эксперт» картотекаһында иң түбән хаҡҡа тәҡдим ителгән ер участкаһы — 150 мең һум. Был Иглиндағы 15 сутыйлыҡ участка. Ҡаланан ситтәге иң ҡиммәт ер – шул уҡ Михайловакала 25 сутый. Был участканы 2,8 миллион һумға тәҡдим итәләр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика