05:35 (UTC+5), 08 Июля 2010

Белорет һәм Мәсәғүттә заманса телевизион тапшырғыстар файҙаланыуға тапшырылды

Любовь Колоколова
Белоретта һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылында лампалы иҫке «Ильмень» телевизион тапшырғыстары яңы «Полярис ТВП5000» тапшырғыстарына алмаштырылды. Был эште «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре башҡарҙы.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Роскомнадзор Идаралығы ҡабул итеү комиссияһы составында «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең реконструкцияланған элемтә ҡорамалдарын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.
Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта был элемтә ҡорамалдары тулыһынса файҙаланыуға әҙер.
Билдәләп үтәйек, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Урал төбәгендәге "Связьинвест" холдингына инмәгән иң эре элемтә операторҙарының береһе. «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы - 985 миллион һумдан ашыу, баҙар капитализацияһы — 130 миллион долларҙан ашыу, акцияларҙың 46,08 проценты дәүләт милкендә иҫәпләнә, шуларҙың 28,24 проценты — федераль милек, 17,84 проценты — республика милкенә ҡарай.
Акционерҙар йәмғиәте юғары технологиялы һәм ҡеүәтле базаға эйә: уның киң файҙаланыуҙағы тармаҡлы телефон селтәре, алыҫ араға һуҙылған ҡала-ара кабель, сүс-оптик һәм радиорелелы элемтә линиялары, коммутация узелдары, теле- һәм радио тапшырғыстар системаһы бар. «Башинформсвязь» йәмғиәтенең 18 филиалы Башҡортостандың барлыҡ ҡалалары һәм район үҙәктәрендә структура бүлексәләре асҡан. Улар урындағы, ҡала-ара һәм халыҡ-ара телефон бәйләнешен, шулай уҡ радио- и телевизион тапшырыуҙы тәьмин итә, төрлө технологиялар нигеҙендә интернетҡа тоташыу мөмкинлеге бирә, башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика