15:08 (UTC+5), 08 Июля 2010

Башҡортостандың инновацион предприятиелары кредит буйынса процент ставкаларын субсидиялауға туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Любовь Колоколова
БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығында Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлек алып барған субъекттарға быйылғы йылда бирелгән кредиттарҙың процент ставкаларын субсидиялау өсөн был субъекттарҙы конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһалды.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа тапшырылған 19 заявканан конкурс комиссияһы биш еңеүсенең проектын һайлап алған, улар араһында «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Стеклоресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ИнтелДомСтрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Перекресток" производство-коммерция фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Башҡортостан республикаһының 2008-2010 йылдарға иҫәпләнгән Республика маҡсатлы инновацион программаһына ярашлы, БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығы конкурс еңеүселәре менән кредиттар буйынса процент ставкаларының бер өлөшөн ҡаплау тураһында килешеү төҙөгән. Бар килешеүҙәр буйынса аҡса средстволарын күсереү тулы күләмдә башҡарылған. Процент ставкаларын ҡаплауға күсерелгән дөйөм сумма 9321,3 мең һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика