04:41 (UTC+5), 08 Июля 2010

Башҡортостанда «Үҙ йортом» программаһы буйынса йәнә 800 самаһы участка бүленәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда «Үҙ йортом» программаһында ҡатнашыуға документтар ҡабул итеү ваҡытлыса туҡтатылған.
«Башинформ» агентлығына БР Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара участкаларҙы инвентаризациялау зарурлығы менән бәйле. Документтар ҡайтанан августа ҡабул ителә башлаясаҡ. Шамонин, Дорогин, Алкин һәм Жуковта йәнә 800 самаһы участка бүлеүҙәре көтөлә. Шулай уҡ «Үҙ йортом» программаһы буйынса төҙөлөшкә яңы майҙансыҡтар республиканың башҡа райондарында ла бүленеүе ихтимал.
Бөгөнгө көндә был программа буйынса 4,5 мең ғаилә торлаҡ алырға теләй. Шуларҙың ике меңе Шамонин, Дорогин, Жуков ҡасабаларында ер участкалары алған да инде. Быларҙан тыш, социаль объекттар төҙөлөшө лә тамамланып килә. Мәҫәлән, Шамонинда быйыл көҙ яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәүге уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре өсөн ишектәрен асасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика