10:41 (UTC+5), 08 Июля 2010

«Арҡайым» авиакомпанияһы даими рейстар яһай башлай

Любовь Колоколова
11 июлдән «Арҡайым» милли авиакомпанияһы эске һәм төбәк авиалинияларында даими рейстар яһай башлай. Улар Чехияла етештерелгән уңайлы L-410 UVP-Е20 самолетында «Өфө» аэропортынан башҡарыласаҡ.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Өфө — Сибай – Өфө» маршруты буйынса рейстар 11 июлдән аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыласаҡ. Шишәмбе, йома, йәкшәмбелә самолет Өфөнән 19.30 сәғәттә һауаға күтәреләсәк, ә Сибайҙан - дүшәмбе, шаршамбы һәм шәмбелә сәғәт 07.10-да.
Төбәк осоштары 13 июлдә «Өфө — Екатеринбург – Өфө» маршрутынан башлана. Рейстар йышлығы — аҙнаһына өс тапҡыр. Өфөнән ул шишәмбе, кесаҙна, йомала сәғәт 07.10-да юлланасаҡ. Екатеринбургтан кирегә осоу ваҡыты ошо уҡ көндәрҙә сәғәт 17.30-ҙа.
19 июлдән башлап Өфөнән Түбәнге Новгородҡа ла аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин буласаҡ. Өфөнән самолет сәғәт 07.40-та дүшәмбе, шишәмбе, йомала оса. Ә ошо уҡ көндәрҙә кискеһен, сәғәт 18.00-дә, самолет кирегә юлланасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Арҡайым» («AIRкаим») милли авиакомпанияһы Башҡортостан Президентының «2009-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы территорияһында һауа транспорты үҫеше» республика маҡсатлы программаһы тураһында» Указын үтәү маҡсатында ойошторолған. Авиакомпания исеме тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан Көньяҡ Уралдың боронғо цивилизацияһы атамаһынан алынған. Логотип нигеҙендә нығытмалы Арҡайым ҡалаһының ике рәт ҡулсаға оҡшаған схемаһы ята.
Тәүге тапҡыр «Арҡайым» авиакомпанияһы логотибы төшөрөлгән самолет быйылғы йылдың 10 июнендә Сибайға техник рейс яһаны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика