06:46 (UTC+5), 07 Июля 2010

Башҡортостан аграрийҙары мәжбүри сорт яңыртыу менән шөғөлләнә

Ғәлиә Нәбиева
Көслө ҡоролоҡ арҡаһында республика аграрийҙары бөгөн үк бер иген уңышы һәм малсылыҡ өсөн мал аҙығы хаҡында ғына уйланмай. Белгестәр орлоҡ фонды мәсьәләһен дә күтәрә. Аграрийҙар йыйылған иген күләме һәм сифатының ҙур төбәкте киләһе йылдың сәсеү кампанияһына орлоҡ менән 100 процентҡа тәьмин итмәйәсәген яҡшы аңлай. Ошоноң менән бәйле БР Ауыл хужалығы белгестәре башҡа төбәктәрҙән сифатлы элиталы орлоҡ һатып алыу варианттарын барлай. Ҡоролоҡ арҡаһында орлоҡ менән бәйле эштәрҙең Волга буйы федераль округында ла яҡшы тормауы аңлашыла. Потенциаль орлоҡ ташыусылар сифатында Свердловск, Төмән, Пермь, Омск, Новосибирск орлоҡсолоҡ хужалыҡтары ҡарала.
Республиканың агрономия хеҙмәте аграрийҙарҙы ужым культураларын күпләп сәсергә саҡыра. Башҡортостанда кәм тигәндә 700 мең гектарҙа ужым сәселергә тейеш. Уҙған йылда страховка культуралары майҙаны 560 мең гектарҙы биләгән. Ошо культуралар иҫәбенә бөгөн мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе хәл ителә.
Ҡоролоҡтан үтә ныҡ зыян күргән Урал аръяғының 10 районы өсөн киләһе йылға орлоҡ еткереү проблемаһы айырыуса көнүҙәк булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән сәсеүлектәр ҡорой. Был тәбиғәт күренешенән бигерәк тә Волга буйы, Урал һәм Үҙәк федераль округтар интегә. 12 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан, ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итте. Ҡоролоҡ менән бәйле Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы иген уңышы прогнозын 90-дан 85 миллион тоннаға кәметте. 8 июлдә Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник РФ Хөкүмәтенә тәбиғәт күренеше эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар комплексын тәҡдим итәсәк. Бынан һуң ҡоролоҡтан зыян күреүсе төбәк етәкселәре менән юғары кимәлдә кәңәшмә үткәреү планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика