08:05 (UTC+5), 02 Июля 2010

Дүртөйлө районы аграрийҙары ураҡҡа төштө

Ғәлиә Нәбиева
Дүртөйлө районы аграрийҙары борсаҡты урып-һуғыуға төштө. Беренселәрҙән булып сапҡыстарын баҫыуға «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы эшсәндәре сығарҙы. Эште улар «Шишмә -95» сортындағы борсаҡтан башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеүҙе тап ошо хужалыҡ эшсәндәре башлағайны. 14 апрелдә Дүртөйлө районының «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы» сәсеү кампанияһын борсаҡ сәсеү менән асты. Һәм ҡуҙаҡлыларҙы урыуға иң тәүҙә нәҡ ошо баҫыуҙа төштөләр.
Бөгөнгө көнгә ҡарата 70 гектарҙан ашыу майҙанда борсаҡ яҫмаға һалынған. Ауыл эшсәндәре иртәгә үк уны һуғырға төшөргә ниәтләй. Алдан күҙаллауҙар буйынса, был участкала уңыш гектарынан 12 центнер тәшкил итәсәк. Ҡоролоҡ шарттарында был насар күрһәткес түгел. Был хужалыҡта йәмғеһе 500 гектарҙан борсаҡ йыйып алынасаҡ. Ә район буйынса был культура өс меңдән ашыу гектарҙы биләй.
Культуралар өлгөрөүенә ҡарап, урып йыйыуға башҡа хужалыҡтар ҙа ҡушыла. Шулай итеп, Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы ла борсаҡ сабыуға төшкән. Бер көн эсендә 40 гектарҙа ҡуҙаҡлылар яҫмаға һалынған.
— Эҫе һауа торошо һәм дым етешмәү шарттарында культуралар тиҙерәк өлгөрә, - тип һөйләне "Башинформ" агентлығына Дүртөйлө районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Радим Вәлиев. — Иртәгә «Нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ужым арышын саба башларға ниәтләй. Район эшсәндәренә бөтәһе 35 меңдән ашыу гектар майҙандағы игенде йыйып алырға кәрәк буласаҡ.
Райондағы иген баҫыуҙарының 30 проценты ҡоролоҡтан етди зыян күрһә лә, иртә яҙҙа башҡарылған сәсеү арҡаһында ер эшсәндәре лайыҡлы уңыш алырға өмөтләнә.
Параллель рәүештә сәсеүлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса эш алып барыла. Сәсеүлектәрҙә барлыҡҡа килгән сиңерткәгә ҡаршы 420 гектарҙа эшкәртеү үткәрелгән. Был ҡоротҡос саранчалар төрөнә ҡарай.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика