12:44 (UTC+5), 01 Июля 2010

«Искож» йәмғиәтендә һынауҙар сифатына контроль системаһы индерелде

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һынауҙар лабораторияһында һынауҙар сифатына контроль системаһы индерелде.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, лаборатория секторҙарында бөтә һынауҙар ҡәтғи норматив документацияһына ярашлы үткәрелә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса продукцияның билдәле бер стандарттарға тап килеүен раҫлаусы рәсми протокол бирелә.
Һынау лабораторияһы составына туҡыу һәм полимер материалдар секторҙары инә.
Уларҙа биш инженер-техник хеҙмәткәр эшләй. Физик-механик һынауҙар буйынса 27 лаборант һәм ун химик анализ лаборанты профессиональ үҫеш схемаларына ярашлы уҡыу үтә: квалификацияны күтәреү курстары, төрҙәш һөнәр үҙләштереү, яңы һынау методикаларын, яңы лаборатор ҡорамалдар индергәндә маҡсатлы тәғәйенләнеш курстары.
Матди-техник база ла ҙур әһәмиәткә эйә. Лаборатория заманса ҡорамалдар менән һынауҙар үткәреү өсөн бөтә кәрәкле нәмәләргә эйә. Ватанда һәм сит илдәрҙә етештерелгән агрегаттар һәм үлсәү саралары файҙаланыла.
Хәҙер лабораторияла материалдарҙың бер нисә төрө буйынса һынауҙар үткәрелә. Улар араһында – кизе-мамыҡ еп, трикотаж полотнолар, эске кейем изделиелары, әҙер туҡымалар, яһалма күн һәм полиэтилен пленкалар.
Нефтекаманың «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн яһалма материалдар етештереү һәм тәьмин итеү буйынса иң ҙур предприятие булып тора. Ул меңдән ашыу атама менән продукция сығара. Компанияның фирма магазиндары илдең күп ҡалаларында эшләй. Планда — Түбәнге Новгородта, Ҡазанда һәм Магнитогорскиҙа яңы нөктәләр асыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика