11:10 (UTC+5), 01 Июля 2010

1 июлдән күмәртәләп һатыуҙа араҡыға минималь хаҡ индерелгән

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөнгө көндән Рәсәйҙә араҡыға күмәртәләп һатыуҙа минималь хаҡ индерелә - ярты литрға 70 һум. Яңылыҡ үҙебеҙҙең илдә етештерелгәнгә лә, импорт продукцияға ла ҡағыла. Алкоголь баҙарын көйләү буйынса йыл башынан алып үткәрелгән өсөнсө сара был. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуарҙан берәмләп һатыуҙа ярты литр араҡының минималь хаҡы 89 һум күләмендә билдәләнгәйне. Артабан берәмләп һатыуҙа 28 градустан көслөрәк алкоголгә минималь хаҡ ғәмәлгә индерелде. Шулай итеп, Рәсәй алкоголь баҙарын көйләү идаралығы алкоголь продукцияһының “йәшерен секторын” бөтөрөргә ынтыла.
БР Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, законлы рәүештә етештерелгән алкоголдең берәмләп һатыуҙағы хаҡы 70-80 һумдан кәм була алмай. Ярты литрлы шешәләге 40 градуслы араҡының үҙҡиммәте уртаса 15 һум булһа ла, уны етештереүгә акцизлы йыйым 42 һум тәшкил итәсәк. Өҫтәмә хаҡҡа һалымды һәм предприятие килемен иҫәпкә алһаҡ, уның хаҡы барыбер 70 һумдан ашып китә.
Белгестәр баһалауынса, күрелгән саралар арҡаһында Рәсәйҙәге законһыҙ алкоголь әйләнеше быйылғы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса 30 процентҡа кәмегән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика