14:00 (UTC+5), 29 Июня 2010

Республика аграрийҙары саранчаға ҡаршы көрәшә

Ҡоролоҡ ҡоротҡостар үрсеүгә уңайлы шарттар тыуҙырҙы. БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре яҙ уҡ ауыл хужалығы культураларының ике иң хәүефле ҡоротҡосо: саранча һәм ялан күбәләгенең таралыу ихтималлығы тураһында иҫкәрткәйне. Улар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен зарарлай. Шуның менән бәйле республика райондарында ҡоротҡостарҙың үҫеүен күҙәткән махсус постар ойошторолдо. Элек был функцияларҙы үҫемлектәрҙе һаҡлау станциялары үтәй ине, бөгөн баҫыуҙарҙа Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең БР буйынса филиалы белгестәре дежур итә. Әгәр саранчалар һаны иҡтисади зарарлылыҡ сиген үтһә, ҡоротҡосҡа ҡаршы кисектергеһеҙ көрәш саралары күрелә.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Ейәнсура, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Дүртөйлө һәм Көйөргәҙе райондарында иҡтисади сикте үтәү теркәлгән. Ваҡытында саралар күреү һөҙөмтәһендә 39 мең гектар сәсеүлектәр инсектицидтар менән эшкәртелгән. Республикала саранчаға ҡаршы көрәшеү өсөн бөтә кәрәкле препараттар бар. Әгәр ауыл хужалығы предприятиеларының эшкәртеү үткәреү өсөн техник мөмкинлектәре булмаһа, республика МТС-тары һәм «Башплодородие» һиптергестәре йәлеп ителә.
Ялан күбәләгенең таралыу осраҡтары Туймазы районында теркәлгән. Был ҡоротҡостан 580 гектар майҙан химпрепараттар менән эшкәртелгән.
Саранча үрсеү менән бәйле хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республиканың агрономия хеҙмәттәре белгестәре хәлде контролдә тота һәм ауыл хужалығы культуралары ҡоротҡостарының таралыуын иҫкәртеү өсөн ваҡытында саралар күрә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика