10:42 (UTC+5), 29 Июня 2010

Өфө архитекторҙары Силәбе өлкәһе өсөн мәсет проектын эшләй

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Экопроект «Вакар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө архитектура-планлаштырыу оҫтаханаһы Силәбе өлкәһе өсөн мәсет проектын төҙөй. Был турала ойошма етәксеһе Вәкил Дәүләтшин хәбәр итте. Бина ике ҡаттан торасаҡ, тип планлаштырыла. Унда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым намаҙ уҡыу залдары буласаҡ.
Был Өфө оҫтаханаһы иҫәбендә тәүге генә мәсет проекты түгел. Мәҫәлән, тап уның архитекторҙары — Башҡортостан баш ҡалаһындағы «Ләлә-Тюльпан» һәм тағы бер нисә ғибәҙәтхана авторҙары. Бынан тыш, «Экопроект «Вакар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Надымдағы беренсе мәсет проекты авторы булып тора.
— Беҙгә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән төрлө объекттар проектын төҙөүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итәләр, — ти Вәкил Вәғиз улы. – Күптән түгел яңы Уренгойҙан 15 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән сауҙа-күңел асыу комплексы проектын төҙөүгә заказ килде. Әйтергә кәрәк, иҡтисади көрсөк йоғонтоһо архитектура өлкәһендә лә кире сағыла. Әгәр элек тотош райондар һәм комплекстар проектын төҙөһәк, хәҙер берәм-бөртөк заказдар менән сикләнергә тура килә. Беҙҙә төҙөлөштәре әле туҡтатылған әҙер проекттар ҙа байтаҡ. Улар иҫәбендә Өфөләге ике ҡунаҡхана проектын айырып күрһәтергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика