Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2010, 12:36
Халыҡ-ара йәш селекционерҙар мәктәбе эшләй башланы
Бөгөн Өфөлә Рәсәй ауыл хужалығы академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты базаһында Сабирйән Ҡунаҡбаев исемендәге Халыҡ-ара йәш селекционерҙар мәктәбе асылды.
Өс көн буйына селекция, орлоҡсолоҡ, генетика, биохимимия һәм үҫемлектәр физиологияһы, ауыл хужалығы микробиологияһы һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау өлкәһендә билдәле ғалимдар йәш селекционерҙар менән үҙ тәжрибәһен һәм ғәмәли белемен уртаҡлашасаҡ.
Ошонда уҡ ауыл хужалығы культуралары селекцияһының генетик нигеҙе мәсьәләләре, селекцияла һәм орлоҡсолоҡта инновацияларҙы ҡулланыу мөмкинлектәре тикшереләсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
селекция
Читайте нас: