06:37 (UTC+5), 25 Июня 2010

Башҡортостандың ун районында урман янғыны хәүефе арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Урман янғындары сығыу мөмкинлеге арҡаһында Башҡортостандың ун районында - Әбйәлилдә, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбуллала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, режим махсус күрһәтмәгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
БР Урман хужалығы министрлығына бар көстәр һәм сараларҙы урман янғындарын һүндереүгә әҙерлек хәленә еткереү, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлегенең тәьмин ителешен күҙәтеүҙе көсәйтеү, патрулгә сығыуҙы һәм һөрөүҙө ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Ведомствоға шулай уҡ урман тергеҙеү объекттарында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар күрергә һәм ҡоролоҡтан зыян күргән урман культуралары майҙандарын иҫәпкә алырға ҡушылған.
— Әлеге ваҡытта урмандарҙы һауанан күҙәтеү өсөн авиаосоштар иҫәбе арттырылды, - тип аңлатма бирҙе БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. – Был ситуацияны контролдә тоторға һәм янғын башланған осраҡта оператив саралар күрергә мөмкинлек бирә. Ағымдағы янғын хәүефе булған осорҙа республикала 189 янғын теркәлгән, шуларҙың һигеҙе ҙур янғын категорияһына индерелгән. Ут үткән дөйөм майҙан 3545 гектар тәшкил итә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйылғы янғындарҙың күбеһе йәшен разряды һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Ямғырһыҙ ҡоро йәшен урман фондына ярайһы ҙур зыян килтергән. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы ерҙәренә ут төртөү арҡаһында башланған янғындар иҫәбенең кәмеүе күҙәтелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика