04:24 (UTC+5), 25 Июня 2010

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары алдында орғасы малдар һанын һаҡлау бурысы тора

Рәсүл Хәмиҙуллин
Инә малдар һанын һаҡлап ҡалыу өсөн бар сараларҙы ла күрергә кәрәк. Был турала Ҡариҙел районында үткән баш ветеринар инспекторҙарының республика семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко белдерҙе.
— Быйылғы йәй беҙҙең төбәктә аномаль, ауыл хужалығы ҡоролоҡтан ыҙа сигә, - тип билдәләне ул. – Шуға күрә мал аҙығы менән ауыр буласаҡ. Ошоноң менән бәйле мал иҫәбенең кәмеүе көтөлә. Аграрийҙарға бер нисә нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк. Иң элек, инә малды һатырға ярамай. Йәш малға килгәндә - бер баш мал да республиканан ситкә сығырылырға тейеш түгел.
Шулай уҡ Николай Анатольевич район хужалығы вәкилдәрен башҡа төбәктәрҙән мал ҡайтарыуға контролде арттырырға саҡырҙы. Был республика малсылығын бер нисә сирҙән һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Мәҫәлән,тиҙ таралыусы һәм малдарҙың күпләп ҡырылыуына килтергән сусҡаларҙың африка тағунынан. Был ауырыуҙың Рәсәйҙәге тәүге осраҡтары илдең көньяҡ төбәктәрендә асыҡланған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика