11:28 (UTC+5), 23 Июня 2010

Ғинуар-майҙа Башҡортостанда 489,3 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда быйыл ғинуар айынан май айына тиклем файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ йорттарҙың дөйөм майҙаны 489,3 мең квадрат метр тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығында.
Тапшырылған торлаҡ күләмендә индивидуаль йорттар өлөшө 77 процент тәшкил итә. Был осорҙа халыҡ үҙ иҫәбенә йәки кредит алып, 376 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 3,5 мең үҙ йортон һалып сыҡты. Республика предприятиелары һәм ойошмалары 113,3 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерҙе.
Ауыл еренә республика буйынса төҙөлгән объекттарҙың 56,7 проценты тура килә. Башҡортостандың 1000 кешеһенә иҫәптә быйыл тәүге биш айҙа 120 кв.м. торлаҡ төҙөлдө. Иң юғары был күрһәткес Өфө районында – 617 кв.м. Лидерҙар иҫәбенә шулай уҡ Бөрө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары инә.
Республика заказсылары өсөн — индивидуаль төҙөүселәрҙе иҫәпкә алмайынса — торлаҡ йорттарҙың бер квадрат метрын төҙөү хаҡы быйыл ғинуар-майҙа уртаса 25 мең һум тәшкил итте. Был осорҙа башҡарылған төҙөлөш эштәре күләме 23,7 миллиард һум суммаһында баһалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика