Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
14+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июнь 2010, 18:28

Продукция сифаты өлкәһендә БР Президенты Премияһына конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә

1 авгусҡа тиклем 2010 йылғы продукция (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә БР Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә.
Премиялар йыл һайын бирелә. Уларға конкуренцияға һәләтле продукция сығарған, юғары сифатлы хеҙмәтләндереү күрһәткән һәм шул уҡ ваҡытта сифат менән идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле ысулдарын уңышлы файҙаланған ойошмалар эйә була.
Заявкалар БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгендә ҡабул ителә. Ойошма етәксеһе тарафынан раҫланған тултырылған анкеталар БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгененең мәғлүмәт бүлегенә тапшырыла.
Конкурс тураһында Положение, бланкалар һәм бөтә кәрәкле мәғлүмәт материалдары БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәгенең www.bashtest.ru рәсми сайтында урынлашҡан.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: