18:05 (UTC+5), 21 Июня 2010

Хөкүмәт баҫыуҙарҙа ҡоролоҡҡа ҡаршы саралар күрә

Эльвира Латипова
Сәсеүлектәр дым етешмәүҙән һәләк була. Дөйөм алғанда, Башҡортостан буйынса 952 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары ҡоролоҡтан юҡҡа сыҡты. Бесәнгә күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәренең – яртыһы һәм йәшел аҙыҡҡа 90 проценты һәләк булды. Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев үткәргән видеоселектор кәңәшмәһе мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренә арналды.
— Тәбиғәттәге кире күренештәр бигерәк тә ауыл хужалығы иҡтисадына янай. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, сәсеүлектәр һәләк булыуҙан зыян суммаһы 6,4 миллиард һум тәшкил итеүе ихтимал, — тине Премьер.
Бындай һауа шарттарында фитосанитария проблемаһының киҫкенләшеү ихтималлығы юғары.
— Беренсе сиратта 68 мең гектар сәсеүлектәрҙе һәм тәбиғи участкаларҙы саранча ҡоротҡостарына ҡаршы эшкәртеү талап ителә, — тип белдерҙе Раил Сарбаев.
Яҡын араларҙа һауа температураһы 30 градустан күпкә юғары буласаҡ. Июль айында ла мул ямғырҙар көтөлмәй. Хөкүмәт Премьер-министры бөтә муниципаль райондарҙы барлыҡ факторҙарҙы иҫәпкә алып, ауыл хужалығы производствоһын алып барыуҙың үҙ стратегияһын эшкәртергә саҡырҙы. Ә Көньяҡ Урал төбәгенә ашығыс рәүештә мал иҫәбен һаҡлау буйынса эш итеү планын төҙөргә ҡушылды.
Мал аҙығы әҙерләүгә ауыл халҡы әүҙем ҡушылырға тейеш.
— Беҙ халыҡтан “тере” аҡсаға мал аҙығы һатып аласаҡбыҙ, — тип айырып билдәләне Раил Сарбаев.
Әлегә Башҡортостанда мал аҙығы шартлы мал башына центнер ярым күләмендә әҙерләнгән. 128 мең гектар майҙанда үлән сабылған — был пландың 10 проценты ғына. Бесән планлаштырылған күләмдең алты проценты, сенаж ете проценты тиклем генә әҙерләнгән. Республиканың 36 районында һәм ике ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
— Урман хужалығы министрлығына кисекмәҫтән бөтә урындарҙа, ҡурсаулыҡтарҙы ла индереп, сабынлыҡтар, япраҡ аҙыҡ әҙерләү өсөн диләнкәләр бүлеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов.
Зыян күргән райондарға республика Хөкүмәте финанс ярҙамы күрһәтәсәк. Раил Сарбаев республиканың Финанс министрлығына тейешле йөкләмә бирҙе.
Килеп тыуған киҫкен хәлдә бергәләп, үҙ-ара килешеп эш итергә кәрәк, тип билдәләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика